ЙӘМҒИӘТ
21 Сентябрь 2023, 17:06

Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам

Вәзәмдәр урамда яугирҙарға ярҙам йыйыуҙы ойошторған

Үҙебеҙҙекеләргә ярҙамҮҙебеҙҙекеләргә ярҙам
Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам

Бөгөн, 21 сентябрь Халыҡ-ара тыныслыҡ көнө уңайынан Вәзәм ауылында "Ерҙә тыныслыҡ булһын" исемле акция үтте. Һәр теләгән кеше стендта торған ер шары һүрәтенә үҙ ҡулдары менән ҡағыҙ "күгәрсендәр" йәбештерҙе, теләктәр теләне. Шулай уҡ урамда ла тыныслыҡ билдәһен  "күгәрсендәрҙе" таратылған.  Ошо уҡ көндө Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы яугирҙарға ярҙам йыйыуҙы ойошторған.

"Махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙгә Вәзәм ауылы халҡы ла ярҙам ҡулынан йылы ойоҡтар, төрлө көнкүреш әйберҙәре йыйҙы. Йыйылған аҡсаларға газ балондары, ҡырынғыстар алынды. Был эш артабан да дауам итәсәк, еңеүҙе яҡынайтырға ярҙамға беҙҙә һәр кем әҙер... Тиҙерәк тыныслыҡ ҡына булһын инде!" - ти вәзәмдәр.

Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам
Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам
Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам
Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам
Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас