ЙӘМҒИӘТ
16 Сентябрь 2023, 03:12

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл

Ошо уңайҙан Башҡортостанда тантаналы саралар үтә

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына  300 йылБашҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына  300 йыл
Башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл

Көйөргәҙе районының Кинйә-Абыҙ ауылында арҙаҡлы башҡорт батыры һәм хәрби юлбашсы Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған тантаналар үтә. Милли герой Салауат Юлаев менән бергә 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнаша. Тантаналарҙа Башҡортостан Башлығы ла ҡатнаша. Кинйә-Абыҙ ауылы янында Радий Хәбиров Кинйә Арыҫлановтың ерләнгән урынында булды. Мемориаль комплексҡа сәскәләр һалғас, сарала ҡатнашыусылар, дөйөм ғибәҙәт ҡылыуҙа ҡатнашты.

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов 1774 йылдың сентябрендә Кинйә Арыҫлановтың хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында һөйләне. Ауылдаштары уның Ҡаҙағстан далаларында һәләк булыуына ышана, ә үлеме алдынан көрәштәштәренән уның кәүҙәһен тыуған ауылы Кинья-Абызға алып барып, ихтилал башланыр алдынан Емельян Пугачев менән бергә йәшеренеп торған мәмерйәнән алыҫ булмаған уба битләүендә ерләүҙәрен һорай. Был эш башҡарылған да инде. 1-се Кинйә Абыҙ ауылы урынындағы ҡәберҙе вариҫтары һаҡлай, бөгөн ул мемориалға әйләндерелгән.

«Бөгөн Башҡортостанда Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға бәйле тантаналар үтә. Ул башҡорт халҡының бөйөк улы, Емельян Пугачев һәм Салауат Юлаевтың көрәштәше була. Салауат Юлаевтың яҙмышы икенсе төрлө, ҡатмарлы, ауыр яҙмыш. Кинйә Арыҫланов унан олораҡ була. Ул дин белгесе, мәғрифәтсе кеше була. Уның яҙмышы билдәһеҙ була. Риүәйәттәр буйынса, ошонда ерҙә ерләнгән. Яҙмышының тарихы юғалған, үлгән датаһы ла билдәһеҙ. Ул яуҙаштарына һәләк булған осраҡта тыуған ерендә ерләүҙәрен әйтеп ҡалдырған. Һәм бына беҙ Кинйә Арыҫлановтың тыуған ерендә», - тине Радий Хәбиров.

Кинйә Арыҫланов Ырымбур провинцияһы Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорт старшинаһы, 1723 йылда тыуған. Ул Бошман-Ҡыпсаҡ улусы тарханы Арыҫлан Аҡҡоловтың улы. Халыҡ Кинйә Арыҫлановты абыҙ (Ҡөрьән тексын белеүсе) тип йөрөткән. Ул рус телен бик яҡшы белә. 1760-сы йылдар башында Өфө өйәҙе Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы була. 1770 йылда Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы территорияһында Кинйә ауылына нигеҙ һала, хәҙерге Көйөргәҙе районы Кинйә-Абыҙ ауылы.

1773 йылдың октябрь башында Емельян Пугачевҡа ҡушылған икенсе башҡорт хәрби начальнигы була, унан «баш полковник» чинын ала. Пугачевтың урыҫ булмаған халыҡтар менән мөнәсәбәттәрҙә ярҙамсыһы һәм кәңәшсеһе була. Башҡорттарҙың, ҡалмыҡтарҙың, татарҙарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың ихтилалда күпләп ҡатнашыуы шулай уҡ Кинйә Арыҫлановтың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булып тора. Ул төрки телендә указдар, манифестар һәм башҡаларҙы яҙа, баш штаб начальнигы була. Пугачев менән бергә Башҡортостанда ихтилалдың күп һанлы усаҡтарына етәкселек итә.

 

Фото:Олег Яровиков (Башинформ)

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына  300 йыл
Башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына  300 йыл
Башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына  300 йыл
Башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас