

Кеше 90 йәшен тултырғас, ҡартайыуҙан туҡтай, йөҙгә лә иҫән-һау етә, тиҙәр халыҡта. Бала саҡтары, йәшлектәре һуғыш осорона тура килеп, һикәлтәле ғүмер юлдары аша үтеп, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып та, киләсәккә оптимист ҡарашын, күңел көрлөгөн юғалтмаған оло йәштәге кешеләр йәш быуынға үрнәк. Инде унынсы тиҫтәне ваҡларға керешкән, бөгөн дө һылыу, мөләйем Мәҙинә Шәкирйән ҡыҙы Ҡәйепова нәҡ бына шундайҙарҙан. Оло йәштә булыына ҡарамаҫтан, аҡылдары камил үҙҙәренең. Һөйләгән һәр һөйләмдәрен эҙмә-эҙлекле итеп яй ғына һөйләп ултыра улар.
Сәғит ауылынан булған Мәҙинә Шәкирйән ҡыҙы ғүмер буйы бейә һауыусы булып эшләй. Уның иңдәрендә лайыҡлы тормош һәм хеҙмәт юлы, күркәм тәрбиәле балалар һәм бәхетле ҡартлыҡ. Яҡындары инәйҙе кешелекле, кеселекле булғандары өсөн дә хөрмәт итә. Күңел көрлөгөн, зиһен теүәллеген юғалтмаған инәйгә артабан да ныҡлы сәләмәтлек, тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ.