

Бәхетле оҙон ғүмер - һирәктәргә яҙған бәхет. Ундай бәхетлеләр беҙҙең районда быйыл ҡырҡтан ашыу. Хәйбулла районының сираттағы ил инәһе сентябрҙең ошо сыуаҡ көндәрендә үҙҙәренең 90 йәшен билдәләй. Аҡъяр ауылында йәшәүсе Рәшиҙә Фазылйән ҡыҙы Ҡоҙабаева бухгалтер булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Бала саҡ, йәшлек йылдары ауыр осорға тура килгән юбилярҙарҙың эшһөйәрлеге, әҙәплелеге менән ауылдаштары араһында ҙур абруй ҡаҙанған, районыбыҙ йылъяҙмаһына үҙ өлөшөн индергән хөрмәтле шәхес. Әле лә күңел көрлөгөн, саялығын ташламаған инәйгә ҡарап күңел һөйөнә. Барыбыҙҙың да изге теләктәрен ҡабул итеп, тағы ла оҙаҡ йылдар туғандары иғтибарында бәхетле йәшәргә яҙһын уға!