

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Әһлиулла улы Юламановҡа «Аҡъяр ауыл биләмәһенең Почетлы гражданы» исеме бирелде.
Награданы уға Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Ришат Рәхмәтуллин һәм район ветерандар ойошмаһы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова тапшырҙы.
Фәтхулла Әһлиулла улы Аҡъярҙа тыуған. 1942 йылдың 5 мартында армияға саҡырыла. Мәскәү өлкәһенән 776-сы уҡсылар полкы составында йәйәүләп Сталинградҡа тиклем бара. Фашистарҙың уты һәм бомбаға тотоуы аҫтында паромда Дон йылғаһы аша сыға. Ҡаты алыштарҙың береһендә аяғы һәм башы яралана һәм ялан госпиталенә эләгә. Госпиталь немецтарҙың ҡамауына эләккәс, әсирлеккә алына, унан бомбаға тотоу ваҡытында ҡаса. Әммә бер ни тиклем ваҡыттан һуң Румыния ғәскәрҙәре ҡулына эләгә, улар уны Италияға ебәрә. Уны итальян партизандары азат итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өйгә ҡайтыу юлы оҙон һәм ауыр була. Бер нисә йыл ул Чехословакияла һәм Венгрияла хеҙмәт итә. 1947 йылда Литвала хәрби трибунал тарафынан хөкөм ителә һәм элекке хәрби әсир булараҡ 7 йылға Себергә төҙөлөшкә ебәрелә. 1954 йылда ғына тыуған яғына ҡайта. Реабилитацияланғас, лайыҡлы наградалар "Германияны еңгән өсөн" миҙалы, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм бик күп юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
Аҡъярға ҡайтҡас, тракторсылар, комбайнсылар курсын тамамлай, бер нисә йыл МТС-та, Фрунзе исемендәге колхозда эшләй. Әммә фронттағы ҡаты яра үҙен һиҙҙерә. 1983 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем заготскотта һаҡсы, ветеринария дауаханаһында ат ҡараусы булып эшләй. 1954 йылдың октябрендә ғаилә ҡороп, Гәүһәр Абдулла ҡыҙы менән 58 йыл йәшәй. Биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Ауыр һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдар уны сыныҡтыра, ғүмерен һәм һаулығын ҡәҙерләргә өйрәтә. Хатта хәҙер ҙә, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт хәрәкәттә.
Был Аҡъяр ауылының өсөнсө оҙон ғүмерле кешеһе, уға урындағы депутаттар советы ҡарары менән «Хәйбулла районы муниципаль районының Аҡъяр ауыл биләмәһенең Почетлы гражданы» исеме бирелде. Был исемгә тәүгеләрҙән булып Ғибәт Зәйнулла улы Аллабирҙин һәм Факил Саҙрый улы Хәкимов лайыҡ булды.