

Степной ауылынан Миңзифа һәм Риф Юнысовтар ғаилә ныҡлығын, берҙәмлеген һаҡлап, 50 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. Оло йәшкә етһәләр ҙә бер ҙә төҫ ташламағандар, өйләнешкән ваҡыттағы һаман да матур пар. Бөгөн улар балаларының изгелелеген күреп, бәхетле ҡартатай һәм ҡартәсәй булып гөрләтеп донъя көтәләр. Риф Шөғәйеп улы һаулыҡ һаҡлау, Миңзифа Әйүп ҡыҙы мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан.
-Ошо көнгәсә бергә йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең уңыштарына ҡыуанып йәшәйбеҙ. Эш менән ғүмер көҙөнә килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Үткән ғүмеребеҙгә үкенмәйбеҙ. Уҡыныҡ та, эшләнек тә, гөрләтеп донъяһын да көттөк. Барыһына ла өлгәштек. Бер ваҡытта ла байлыҡ артынан ҡыуманыҡ. Булғанына шөкөр итеп йәшәнек. Иң мөһиме – һаулыҡ булһын. Ошо йөрөүебеҙҙән Хоҙай яҙҙырмаһын, -- ти Юнысовтар.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 36-сы һанында.