

Айҙар Насиров Өфө ауылы ветеринар учреждениеһы мөдире. Ул 1986 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Төп хеҙмәт йылдары “Матрай” совхозы менән бәйле.
Айҙар Ғиниәт улы Башҡорт ауыл хужалығы институты аспирантураһында белем ала, бер нисә йыл уҡытыу эшмәкәрлеге алып бара, ғилми йыйынтыҡтарҙа мәҡәләләре баҫыла. Айҙар Насировтың хеҙмәт йылдары беҙҙең район менән тығыҙ бәйле. Ул ауыл халҡы, хеҙмәттәштәре араһында абруй һәм хөрмәт яулап, район ветеринария тармағы алдынғылары иҫәбендә һанала.