ЙӘМҒИӘТ
4 Сентябрь 2023, 11:57

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы оҙаҡ булмай

-

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы оҙаҡ булмайБашҡортостанда әбейҙәр сыуағы оҙаҡ булмай
Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы оҙаҡ булмай

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә +23 градусҡаса йылыта. Башгидромет синоптиктары фаразына ҡарағанда, иртәгә, 5 сентябрҙә, көндөҙ термометр бағанаһы +18,…+23 градусҡаса күтәрелә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән. Яуым-төшөм көтөлмәй.

6 сентябрҙә, шаршамбы, төндә һауа температураһы +6, +11, көндөҙ  +18, +23 градус була .Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Урыны менән бер аҙ ямғыр.

Әммә йылытыу оҙаҡҡа бармаясаҡ. Кесе йоманан алып һауа температураһы әкренләп түбәнәйә башлай, ә ямғырҙар йышыраҡ яуа башлай.

 

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-04/babie-leto-v-bashkirii-budet-korotkim-sinoptiki-3418520

 

Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы.

Автор:
Читайте нас