

Бүребайҙан Гөлсинә һәм Әхмәҙи Тауылбаевтар ғаиләһе менән осрашҡанда дүрт бала тәрбиәләгән ғаиләнең бер көнө менән ҡыҙыҡһындым. Сөнки мал-тыуарын да ҡараған, ҡош-ҡортто күпләп аҫраған, баҡсала емеш-йәшелсәләрен эшкәртергә өлгөргән, ике ҡатлы йорт һәм ихатаһы ялтырап торған ауыл уңғандарының нисек ваҡыт табыуы ҡыҙыҡһындырҙы. Гөлсинә Шәмсүн ҡыҙы Татыр-Үҙәк мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы, ә Әхмәҙи Әүхәҙи улы Бүребай тау комбинатында электрик булып эшләй.
--Көн дә иртәнге сәғәт алтыла аяҡ өҫтө булабыҙ. Беребеҙ торғанда, икенсебеҙ йоҡлап ята торған ғәҙәт юҡ. Йәһәтләп һыйырҙарҙы һауып бөтөүгә, тормош иптәшем малдарҙы көтөүгә ҡыуа. Ошоға тиклем өс һыйыр һауһам, быйыл икәүгә ҡалдырҙыҡ. Артабан сепарат айыртып, аҡты эш итеп, балаларға иртәнге тамаҡ әҙерләйем. Тормош иптәшем был арала түтәлдәргә һыу ҡоя, сүп үләндәрен йолҡа. Баҡса тултырып картуф, помидор, ашҡабаҡ, йәшелсәләр ултыртабыҙ. Һуған, сөснөк, кәбеҫтәне бер ҡасан да һатып алмайбыҙ. Теплицапла иртә яҙҙан ҡыяр, помидорҙар өлгөрә. Йыйған уңышты исраф итмәйбеҙ, 100-120 банка тоҙлап баҙға төшөрәбеҙ. Ҡыш буйына етә. Ҡарағат, малина, алма күп. Быйыл ҡырға еләккә йөрөнөк, 40-лап банка еләк ҡайнатмаһы ла яптым. Һөт продукциялары ла әрәм булмай, үҙебеҙҙән артҡан һөт, ҡаймаҡ, майын һатыуға сығарам. Йыл да 70-ләп баш ҡош алабыҙ. Быйылғы бройлерҙарҙы күптән таҙартып алдыҡ. Әле төшкә тиклем ҡыяр-помидорҙарҙы банкаға тоҙлап ҡуям,--тип һүҙ башланы Гөлсинә Шәмсүн ҡыҙы.
Ике уңған пар килгәндә, донъя көтөү еңел шул. Урыҫбай ауылы ҡыҙы Гөлсинә менән Ғәлиәхмәт ауылы егете Әхмәҙи Тауылбаевтар 4 бала тәрбиәләй. Балаларҙың исемдәре үк был ғаиләнең рухы тураһында һөйләй. Таһир улдары быйыл 9-сы класты тамамлап Октябрьск коммуналь-төҙөлөш колледжына уҡырға ингән. Хөсәйендәре 8-се, ә Исмәғил иһә 2-се класҡа уҡырға бара. Балалар баҡсаһына йөрөгән бәләкәй генә наҙлы ҡыҙыҡай Әминәгә 4 йәш. Бәләкәйҙән ата-әсәһенең йүгереп йөрөп эшләгәнен күреп үҫкән балалар ҙа эшкә йәбешеп ята. Ныҡ тырыштар, яҡшы уҡыйҙар. Таһир менән Хөсәйен спортсы егеттәр. Икеһе лә Урал аръяғы ярыштарында бокс буйынса призлы урындар яулай. Грамота, миҙалдары бихисап. Икеһе лә спорт түңәрәгенә йөрөй, тренерҙары ла уларҙың һөҙөмтәләренән ҡәнәғәт. Хөсәйен саңғыла шәп йөрөй. Башланғыс класта уҡыған Исмәғил өс йәшенән “Һаумы, һаумы, әкиәт”, “Урал батыр” эпосын ятлау бәйгеләрендә ҡатнаша. Тағы ла ул шахмат-шашка уйнарға ярата. Атайҙары, Әхмәҙи Әүхәҙи улы, 4 пар саңғы һатып алып, ҡыш көнө күмәкләп шыуырға яраталар. Әле иһә балаларын ҡурайҙа уйнарға өйрәтә башлаған.
--Беҙҙең ғаиләлә илһөйәрлек, башҡорт телен белеү беренсе урында тора. Өйҙә тик туған телдә аралашабыҙ. Башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләп, бишек йырҙарын йырлап, күңелдәренә бәләкәстән туған телгә һөйөү тәрбиәләргә тырыштыҡ. Әле 4 йәшлек Әминә менән төрлө милли бәйгеләрҙә ҡатнашырға тырышабыҙ,--тине Гөлсинә.
Ике ҡатлы йорт янындағы балалар өсөн уйын майҙансығы, матур беседка, йәтеш кенә теплица күҙгә ташланды. Ҡасандыр Мәскәүҙә төрөк төҙөлөш ойошмаһында эшләп, ошо өлкәлә тәжрибә туплаған Әхмәҙи Тауылбаевтың ҡулы алтын. Ике ҡатлы йортто ла ул үҙ проекты буйынса эшләй. “Бүребайға күсеп килгәс, тәүге йылдарҙа ваҡытлыса фатирҙа йәшәнек. Үҙәгебеҙгә үткәндер, тормош иптәшем шунда уҡ ике ҡатлы итеп төҙөйөм, балалар ишәйһә лә иркен булһын тине. Ғөмүмән, уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Балта эшенән тыш, үҙе электрик, төҙөүсе, техниканы яҡшы белә. Үҙ ҡулдары менән бесән сабырға салғы, тырмалар эшләне. Буш торған арала теплица йәки беседка, башҡа берәй әйбер эшләп, һатырға ла өлгөрә”,--ти хужабикә.
Бал ҡортондай егәрле ғаилә бер урында тик тормай. Күптәнге хыялдарын тормошҡа ашырып, быйыл ике умартанан үҙҙәре өсөн шифалы бал етештерә башлағандар. Әйткәндәй, умартасылыҡ идеяһы оло улдары Таһирҙан башлана. Эшкә әрһеҙ 15 йәшлек егет интернеттан ҡарап өйрәнеп, ҡорттарҙы үҙе тәрбиәләй, айырта. Тауылбаевтарҙың тағы ла бер шөғөлгә тотоноу ниәте лә алдарына баҫҡан. Бейә малы һатып алғандар, тиҙҙән ҡолонларға тейеш. Артабан йылҡысылыҡ үрсетеп, ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнергә теләйҙәр.
Мәҡәләнең дауамын "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 34-се һанында уҡығыҙ.