ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2023, 04:35

Илнур Аптиков ун йылдан ашыу газ хеҙмәтендә эшләй

Сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә газ тармағы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын – Нефть, газ һәм яғыулыҡ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләй.

Илнур Аптиков ун йылдан ашыу газ хеҙмәтендә эшләйИлнур Аптиков ун йылдан ашыу газ хеҙмәтендә эшләй
Илнур Аптиков ун йылдан ашыу газ хеҙмәтендә эшләй

Сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә газ тармағы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын – Нефть, газ һәм яғыулыҡ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләй. Был байрам ғүмерен ауыр ҙа, яуаплы ла, әммә бик мөһим һөнәргә арнаған кешеләрҙең тормошонда ҙур урын алып торҙо һәм тора.

Бөгөнгө көндә «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәтенең Сибай филиалына ҡараған Хәйбулла комплекслы хеҙмәтендә йәмғеһе 75 кеше эшләй. Шуларҙың береһе Аҡъяр ауылынан Илнур Аптиков та, ғәҙәттәгесә, һөнәри байрамын эш өҫтөндә ҡаршылай.
Илнур Булат улы электрохимик һаҡланыу саралары монтёры булып газ хеҙмәтендә 2013 йылдан тырышып эшләй, ошо ваҡыт эсендә үҙен яуаплы, үҙ өҫтөндә эшләй белгән белгес итеп танытып өлгөргән. Ул үҙенең бригадаһы менән бергә райондың биләмәһендә урынлашҡан ер аҫты газ үткәргестәрен хеҙмәтләндерә. Көн-төн тимәй, ҡар-ямғырға ҡарамай, үҙ эшен яуаплы башҡарған Илнур Аптиковты хеҙмәттәштәре хөрмәт итә.

–Йылайыр районы Сәлих ауылында донъяға килгәнмен, һуңынан ғаиләбеҙ менән Быҙаулыҡ ауылына күстек. Шунда мәктәпте бөткәс, Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын электрлаштырыу һөнәре буйынса уҡып сыҡтым. 2013 йылдың ғинуарынан Хәйбулла комплекслы хеҙмәтендә электр хужалығында электрохимик һаҡланыу саралары монтёры булып эшләйем, – ти тәжрибәле белгес.

Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 35-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас