

Тағы ла бер яҡташыбыҙ, “Кәрим” позывнойлы Хәйбулла егете, дәүләт наградаһы менән бүләкләнде.
СВО-ла ҡатнашыусы яугирға “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы алғы һыҙыҡта тапшырылды.
Был награда хәрбиҙең яҡташтары, райондаштары өсөн дә оло ғорурлыҡ. Һеҙҙең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, егеттәр! Өйҙә һеҙҙе һағынып көткән яҡындарығыҙ янына имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтығыҙ.