

"Этник-ара журналистика мәктәбе" Бөтә Рәсәй проекты студенттар йыйыуҙы иғлан итте. Һайлап алыу турына илдең бөтә төбәктәренән, шул иҫәптән яңы биләмәләрҙән, 18-30 йәшлектәр саҡырыла.
Дәрестәр гибрид форматта: көндөҙгө бүлектә һәм онлайн уҙғарыла. 2023 йылда Рәсәйҙең бөтә федераль округтарында эшләгән төбәк мәктәптәре проектта ҡатнашасаҡ. Дәрестәр бушлай. Конкурс буйынса һайлап алыу ҡаралған.
Көндөҙгө дәрестәр уҙасаҡ төбәктәр тыңлаусылар ҡабул ителеп бөткәс иғлан ителәсәк. Башҡа төбәктәрҙән һайлап алыуҙы уңышлы үткән дәғүәселәр берәй төркөмгә онлайн ҡушыла ала.
- Былтыр тап ҙур булмаған ҡалаларҙан һәм ауылдарҙан тыңлаусылар иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Улар бик тә федераль этапҡа үтергә теләне, шуға күрә мегаполис студенттарынан ике тапҡырға тырышыбыраҡ эшләне. Тырышығыҙ, барығыҙҙың да беҙҙең тыңлаусы булып китеү мөмкинлеге бар, - тип белдерҙе проект етәксеһе, Журналистиканың этник-ара гильдияһы президенты Маргарита Лянге.
Һайлап алыу турында ҡатнашыу өсөн 15 сентябргә тиклем school@nazaccent.ru электрон почтаһына мотивация хаты ебәрергә һәм әңгәмәләшеү үтергә кәрәк. Профилле юғары уҡыу йорттарында белем алыу ("журналистика", "этнология", "культурология" һ.б. белгеслектәре), журналислыҡ йәки блогерлыҡ тәжрибәһе хуплана. Һәр этап тамамланғандан һуң сертификат бирелә. Дәрестәр 2023 йылдың сентябренән декабренә тиклем барасаҡ.
Проекттың сайты: https://nazaccent.ru/schools/2023/
Фото: https://nazaccent.ru/schools/