ЙӘМҒИӘТ
28 Август 2023, 07:12

Патриотик сара фәһемле үтте

Хәйбулла районының балалар моделле китапханаһы тарих һәм төбәкте өйрәнеү музейы менән берлектә балалар өсөн хәрби-патриотик квест-уйын үткәрҙе

Патриотик сара  фәһемле үттеПатриотик сара  фәһемле үтте
Патриотик сара фәһемле үтте

Квест-уйын легендар комдивҡа арналды


Август аҙағында легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнө. Ошо иҫтәлекле дата уңайынан Хәйбулла районының балалар моделле китапханаһы тарих һәм төбәкте өйрәнеү музейы менән берлектә балалар өсөн хәрби-патриотик квест-уйын үткәрҙе. Дүрт станциянан торған квест музейҙа башланып китте. Ҡатнашыусылар музей хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына яуап биреп балалар китапханаһына юлланды. Бында 112-се кавалерия дивизаһы тураһында мәғлүмәт алып, һорауҙарға яуап биреп Шайморатов исемен йөрөткән урамға йүнәлделәр. Урам менән таныштылар, квест заданиеларын үтәп һуңғы станция – Еңеү паркына йыйылдылар. Бында улар легендар дивизия составында һуғышҡан яҡташыбыҙ, Советтар Союзы гГройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың ейәнсәре Римма Ибраһимова менән осраштылар. Римма Фәттәх ҡыҙы балаларға яугир ҡартатаһы тураһында һөйләне. Патриотик сара бик матур, фәһемле үтте.

 

Автор:
Читайте нас