

Иләс ауылында "Баҙамша ҡарт вариҫтары"тип аталған ҙур йыйын булып үтте.
Йыйын Иләс ауылы мәсетендә әруахтарға аят уҡыуҙан башланып, Бәҙәмша ҡарттың улдары Мәхәмәтша, Рамаҙан, ҡыҙҙары Ҡанифа, Хәнифә, Хәлимә, Вәлимәнән таралған барлығы һикһәнгә яҡын кеше йыйылды. Һәр ара үҙҙәре менән таныштырҙы. Күсәковтар шәжәрәһен Әхтәм Сәйфуллин төҙөгән. Аралар араһында иң оло йәштәге ир-егет һәм иң оло ҡатын-ҡыҙ билдәләнде.Улар 72 йәшлек Юныс Сәйфуллин һәм 75 йәшлек Ләлә апай. Иң оҙаҡ йәшәүсе пар Юныс һәм Тәслимә Сәйфуллиндар - 48 йыл бергә йәшәйҙәр, 5 ҡыҙ үҫтергәндәр.Иң йәш ғаилә тип Рөстәм һәм Рәлиә Ғиззәтуллиндар билдәләнде. Араның иң йәш малайы тип Роберт һәм Илнара Туҡбаевтарҙың улы Таһир, иң йәш ҡыҙ бала Илдус һәм Нурияның ҡыҙы Диана билдәләнде.
Артабан концертта һәр ара үҙҙәренең һөнөрҙәрен күрһәтте. Халыҡ уйындарында барыһы ла актив ҡатнашты. Йыйын ҡорбан ите ашау менән тамамланды, тип хәбәр итә иләстәр.