ЙӘМҒИӘТ
24 Август 2023, 10:10

Хуш, яугир!

Йылайыр районында яҡташыбыҙ, рядовой  Зәкир Исҡужин менән хушлаштылар.

Хуш, яугир!Хуш, яугир!
Хуш, яугир!

Ҡаһарман яҡташыбыҙҙы һуң юлға оҙатыуға арналған матәм сараһында БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Л.Хәфизова, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Р.Шәрипов, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Б.Мелкоедов,  Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы хәрби комиссары Р.Зәбиров,  Йылайыр һәм Хәйбулла райондары халҡы ҡатнашты. Улар һалдаттың яҡындары һәм туғандарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашты.

Зәкир Зөфәр улы Исҡужиндың тормошо Йылайыр һәм Хәйбулла райондары менән бәйләнгән. Ул 1985 йылда Маҡан ауылында донъяға килгән. 1-сенән 9-сы класҡа тиклем Йылайыр районы Япарһаҙ ауылында уҡый. 2002 йылда Татыр-Үҙәк мәктәбен тамамлаған. Артабан Аҡъяр ауылындағы 110-сы һөнәрселек училищеһында белем алған. Армиянан һуң  контракт төҙөп, 2006 йылға тиклем хеҙмәт итә. Демобилизацияланғандан һуң,  “Юбилей” ятҡылығында эшләй. 2014 йылдан Атингән ауылында йәшәгән.

2022 йылдың 27 сентябрендә  өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операция зонаһына ебәрелә. Быйыл 8 августа хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.

Зәкир Исҡужин хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланды. 

Тыныс йоҡла, Зәкир! Ҡараңғы гүрҙәрең яҡты, ауыр тупрағың еңел, йәнең йәннәттә булһын. 

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас