ЙӘМҒИӘТ
24 Август 2023, 08:15

Хәйбулла районында СВО-ла ҡатнашҡан яугирҙарҙың әсәйҙәре өсөн тур ойошторола

Бөгөн улар йәмле Бөрйән районына сәйәхәткә юлланды  

Хәйбулла районында СВО-ла ҡатнашҡан яугирҙарҙың әсәйҙәре өсөн тур ойошторолаХәйбулла районында СВО-ла ҡатнашҡан яугирҙарҙың әсәйҙәре өсөн тур ойошторола
Хәйбулла районында СВО-ла ҡатнашҡан яугирҙарҙың әсәйҙәре өсөн тур ойошторола

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәйбуллаларҙың әсәйҙәре йыйылған икенсе төркөм йәмле Бөрйән районына сәйәхәткә юлланды.

Улар Шүлгәнташта булып, Бөрйән районының хозур тәбиғәте менән һоҡланып, башҡа тәбиғәт ҡомартҡылары һәм иҫтәлекле матур урындар менән танышып ҡайтасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был турҙы яугир әсәйҙәренең береһе тәҡдим итте, ә  муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов уны һәр яҡлы хупланы һәм яугир әсәйҙәре өсөн сәйәхәттәр ойошторола. Хәҙер инде икенсе төркөм турҙа ҡатнаша. 

Администрация Хайбуллинского района

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас