

Тверь өлкәһендә 1942 йылда һуғышта һәләк булған яҡташыбыҙҙың ҡалдыҡтары табылған
Төркөмөбөҙгә Тверь өлкәһенән эҙәрмәндәр мөрәжәғәт итте. Улар 1941 йылдың 12 июнендә Маҡар район хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә саҡырылған Солтанов Мансур Сәйет улының туғандарын эҙләп табыуҙа ярҙам һорай.
- Солтанов Мансур Сәйет улы 1913 йылда тыуған. 1941 йылдың 12 июнендә Маҡар районының Маҡар ауылы советынан хәрби хеҙмәткә алынған. Ул 1942 йылдың авгусында хәбәрһеҙ юғалған. Уның ҡалдыҡтары һәм медальоны, запискалары яу яланында табылған. Уның яҙмышы менән Солтанова Тайфа Сәйет ҡыҙы ҡыҙыҡһынғайны, - тип белдерә ирекмәндәр.
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар