

Федоровка ауылы мәктәбендә махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған яҡташыбыҙ Олег Чурилкин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.
Олег Петрович СВО-ға доброволец булып юллана. 2023 йылдың 10 июнендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Яугирҙың яҡындары, дуҫтары, класташтары уны батыр йөрәкле, маҡсатлы, ысын патриот булараҡ хәтергә алды.