

Әбйәлил районында мөмкинленге сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләр араһында “Атай, әсәй һәм мин—спорт ғаиләһе” тип аталған республика спорт фестивале ойошторолдо.
Унда Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Ейәнсура, Күгәрсен райондары, Сибай, Белорет һәм Баймаҡ ҡалаларынан вәкилдәр ҡатнашты. Фестивалдә Аҡъяр ауылынан Толобаевтар ғаиләһе үҙҙәрен спорт һөйгән, берҙәм ғаилә итеп күрһәтте.