

Бүребай ауылының Төҙөүселәр урамында Бураншиндарҙың йорто иң матурҙарҙың береһе. Ихатанан ингәс тә алмағастар, матур декоратив ҡыуаҡтар, беседканы уратып алған сәскәлә, арыраҡ матур баҡса күҙгә ташланды. Бында уңған хужалар йәшәүе шунда уҡ аңлашыла. Зәкир һәм Ғәзимә Бураншиндар икеһе лә хаҡлы ялда, абруйлы хеҙмәт ветерандары. Әммә олоғайҙыҡ, тип ултырырға ваҡыттары юҡ, өйҙә лә, ихатала ла иҫ киткес йәмлелек, таҙалыҡ.
--Миңә 6-7 йәш самаһы булғандыр. Радионан “Таштуғай” йырын тәүгә ишетеп, әсәйемдән уның тарихын һорашып белгәс, “Әсәй, ҙур үҫкәс, мине ялан яғына кейәүгә бир йәме” ,--тинем. Ә ул йылмайып ултырҙы ла: “Балам, ашар ризығың ҡайҙа сәселгәндер, эсәр һыуың ҡайҙан урғылып ағыр инде”-- тине. Хоҙайҙың амин тигән сағына тура килгәндер, яҙмышым сал далалы, яланлы Хәйбулла районы менән бәйләне,--тип һүҙ башланы Ғәзимә Йәнтимер ҡыҙы.
... Яҙҙың йәмле бер көнөндә Йылайыр районы Ҡашҡар һәм Исҡужа ауылдары йәштәре усаҡ яғып, киске уйындар ойоштора. Зәкир менән Ғәзимә шунда осраша. Йәш егет оҙон толомло һылыу ҡыҙҙы шунда уҡ оҡшатып, оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөгәндән һуң, сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Артабан яҙмыш һуҡмағы уларҙы Хәйбулла районына алып килә. Учалы тау байыҡтырыу техникумын тамамлаған Зәкир ағай Бүребай тау комбинатында мастер, проходкалаусы, участка начальнигы, шахтер булып эшләй. Әлбиттә, 25 йыл шахтер булып эшләгән атайҙарынан күрептеп, улдары Азамат менән Раил дә таусы һөнәрен һайлай. Ә Ғәзимә апай иһә Бүребай көнкүреш комбинатында маҡтаулы тегенсе була. “70-80-се йылдарҙа халыҡ күлдәк тектереп кенә ҡалманы, тире эщкәртеү башланғас, тундар, һарыҡ тиреһенән тиртундар тектек”,--тип хәтерләй хеҙмәт йылын Ғәзимә Бураншина. Ул тырыш хеҙмәте өсөн Почет грамоталарынан тыш, Рәсәй шифаханаларына юлланмалар менән бүләкләнә. Икеһе лә намыҫлы эшләп, оло дәрәжә менән хаҡлы ялға сығалар.
“Алма ағасынан алыҫ китмәй”, тигәндәй, Бураншиндарҙың улдары ла үҙҙәренә оҡшап намыҫлы хеҙмәт итәләр. Азамат “Башҡортостандың атҡаҙанған шахтеры”, ә Раил “Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы” исемен йөрөтә. Был егеттәр ҙә ата-әсәһе кеүек Бүребайҙа төпләнгәндәр. Икеһе лә бына тигән ҙур йорттар төҙөп, етеш тормошта кәләштәре менән өсөшәр бала тәрбиәләйҙәр. Инде Бураншиндарҙың ейән-ейәнсәрҙәре лә буй еткергән. Айзилә кейәүгә сығып, Мурманскиҙа йәшәй, Арыҫлан һауа-десант ғәскәрҙәре сафында Псковта хәрби хеҙмәт үтә. Руслан Өфө ҡалаһында архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ коледжында белем ала, Азалия, Вилдан Бүребай мәктәбендә уҡый, кескәй Айлина балалар баҡсаһына йөрөй.
Ғәзимә һәм Зәкир Бураншиндарҙы ҡартлыҡ ҡыуып етә алмайҙыр ул. Икеһе лә йәштәрсә дәртләнеп донъя көтәләр. Ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса тултырып йәшелә-емеш үҫтерәләр. Был эштә ҡартатай менән ҡартәсәй йорто һуҡмағына саң ҡундырмаған улдары һәм килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре ярҙам итә. Икеһенең дә икенсе һулышы асылып, үҙ шөғөлдәре менән булышалар. Зәкир ағай баҡса эшенә мөкиббән, яңыртып ағастар ултырта, тәрбиәләй. Балта оҫтаһы ла булараҡ, һәр эште еренә еткереп ҡуя. Ә Ғәзимә апай ижади юлды һайлаған.
Мәҡәләнең дауамын "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 32-се һанында уҡығыҙ.