ЙӘМҒИӘТ
15 Август 2023, 08:08

Күңеле тулы—изгелек

Табип Наил Торомтаев 42 йыл Гиппократ антына тоғро хеҙмәт итә

Күңеле тулы—изгелекКүңеле тулы—изгелек
Күңеле тулы—изгелек

Үҙ эшенә мөкиббән киткән, шәжәрәһе менән етди ҡыҙыҡһынған һәм өйрәнгән, ғаиләһен, туғандарын ҡурсалап, хәстәрләп йәшәгән ир-уҙамандар беҙҙә оло ихтирам, ғорурлыҡ тойғоһо уята. 42 йыл  ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған Наил Мәүләмбирҙе улы Торомтаев күптән инде замандаштары һәм коллегалары араһында ҙур абруй ҡаҙанған.

Улхозур тәбиғәтле төбәктә — йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан Утарбай ауылында Мәүләмбирҙе һәм Fәйшә Торомтаевтарҙың ишле ғаиләһендә 11-се бала булып донъяға килгән. «4 малай һәм 7 ҡыҙ араһында үҫкәс бәләкәйҙән ағай-апайҙарыма эйәреп эшкә өйрәндем. Ата-әсәйебеҙ беҙгә лайыҡлы тәрбиә бирҙе. 1954 йылда әсәйемә Герой-әсә исеме бирелде. Атайым ауылда мулла булды, күптәргә Ислам тәғлимәте буйынса һабаҡ бирҙе. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең ауылды перспективаһыҙ ауылдар рәтенә индерҙеләр. 1964 йылда беҙ ғаиләбеҙ менән Ивановка ауылынакүстек. Әммә нәҫелебеҙҙең тыуған төйәге булған Утарбайҙы бер ҡасан да онотҡаныбыҙ юҡ. 1995 йылда бөткән ауыл урынында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үткәрҙек. Элекке мәсет урынына стела ҡуйҙыҡ, зыяратты кәртәләнек. 2006 йылда «Утарбай вариҫтары» байрамын уҙғарҙыҡ. 2012 йылда 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктарына арнап автоуҙыш ойошторҙоҡ, ә 2021 йылда Утарбай тауы стелаһын ҡуйҙыҡ. 2022 йылда Утарбай ҡоҙоғон таҙалап, уның тирәһен төҙөкләндерҙек», —тине Наил Мәүләмбирҙе улы.

Башланғыс белемде Утарбай мәктәбендә ала, һуңынан Ивановка мәктәбендә уҡыуын дауам итә. 1970 йылда Өфө медицина институтына уҡырға ингән. «Ивановка мәктәбендә 10-сы класты бөткәндә атайым хаҡлы ялға сыҡҡайны. Был ваҡытта атайҙың да, әсәйҙең дә сәләмәтлектәре ҡаҡшай башлаған ине. Шуны уйлап та табип һөнәрен һайланым. Ә апай-ағайҙарым—алтыһы уҡытыусы,  икеһе бухгалтер», — тип һөйләне ул ошо изге һөнәрҙе һайлауы тураһында.

Имтихандарҙы гел «бишле» билдәләренә тапшырып, «Дауалау эше» факультетына уҡырға инә ул. Һуңғы курстарҙа Өфө дауаханаларында ашығыс ярҙам системаһында фельдшер, медицина хеҙмәткәре булып эшләй. Әлбиттә былуға практик тәжрибә тупларға мөмкинлек биргән. Институтты тамамлағас, баш ҡаланың 13-сө дауаханаһында интернатура үткән. «Был шул осорҙағы иң ҙур һәм яҡшы йыһазландырылған дауаханаларҙың береһе ине. Шунда баш табип эшкә ҡалырға өгөтләгәйне, әммә мине тыуған яғым үҙенә тартты. Районда ла медиктар етешмәй тип, ҡайтып киттем», — тине Наил Мәүләмбирҙе улы.

Хәйбуллаға ҡайтҡас йәш белгесте Ивановка табип амбулаторияһына баш табип итеп тәғәйенләйҙәр. Бер үк ваҡытта терапевт та, хужалыҡ эштәрен дә алып барырға тура килгән уға. 1979 йылда бында участка дауаханаһы сафҡа индерелгән.  35 урынға иҫәпләнгән дауаханаға Ивановка, Михайловка, Аҡташ, Пугачево, Байғусҡар, Бүребай, Яковлевка һәм башҡа ауылдарҙан килеп дауаланғандар. Хатта күрше Йылайыр районы ауылдарынан медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткәндәр. Таҙа, иркен, бөтә уңайлыҡтары булған медицина учреждениеһы районда иң яҡшыһы тип һаналған. Татыуколлективта 25 кешеэшләгән. Дауаханала рентген, стоматология кабинеттары, лаборатория, 5 урынлыҡ бала табыубүлегебулған.

—Эшемде шул хәтлем яраттым, күңел һалып эшләһәң эштең бер ауырлығы ла һиҙелмәй бит ул. 27  йыл дауамында Ивановка дауаханаһында баш табип, терапевт булып хеҙмәт итеүемде хөкүмәтебеҙ ҙур баһаланы. 2002 йылда миңә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы исеме бирелде. Әлбиттә, бының өсөн мин оҙаҡ йылдар бергә аңлашып эшләгән коллегаларыма рәхмәтлемен. Сөнки бында уларҙың да өлөшө бар. 2004 йылда Ивановкала дауахана ябылғас, Аҡъяр район дауаханаһына дауалау эштәре буйынса баш табип урынбаҫары итеп күсерҙеләр. 2009 йылдан участка терапевты булып эшләп, 2018 йылда пенсияға сыҡтым. Үҙғүмеремдә Ивановка ауыл Советына — 6, район Советына 3 тапҡыр депутат итепһайландым. Шулайитеп, эштәлә, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәргә тура килде. Хәйбулла район хакимиәте, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан бирелгән бихисап Почет грамоталары ошолар хаҡында һөйләй. Эштән саҡ ҡына бушаған ваҡыт булһа, спортзалға волейбол уйнарға бара торғайным. Тәбиғәт ҡосағында балыҡ тотоуҙа минең яратҡан шөғөлдәремдең береһе һанала , — ти уҙаман.

Әйткәндәй, Наил Мәүләмбирҙе улы йыр-моңға ла әүәҫ, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға ярата.Ветерандар араһында уҙғарылған төрлө спорт ярыштарында ла әүҙем ҡатнаша ул.Йәй миҙгеле еткән һайын балалары, туғандары менән бергә йыйылып, Һаҡмар буйында, элекке Утарбай ауылында ял итеү күптән ғаилә традицияларына әүерелгән.

Уның ҡатыны Зилә Ғәйзулла ҡыҙы ла бар ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған. Быйыл уларҙың бергә йәшәүҙәренә 42 йыл тула.«Бәхетемә күрә, 1980 йылда Сибай медицина училищеһын тамамлаған Бүребай ҡыҙы Зиләне беҙҙең  Ивановка дауаханаһына акушерка итеп эшкә ебәрҙеләр. Тыныс холоҡло, һәйбәт кенә ҡыҙ шунда уҡ минең күңелемде арбаны. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнештек. Беҙ 13 йыл ата-әсәйемдәр менән бергәләшеп матур йәшәнек. Ҡыҙыбыҙ Наилә менән  улыбыҙ Таһир ҡартатаһы, ҡартәсәһе тәрбиәһендә үҫте, тиһәк тә була. Сөнки беҙ көн оҙонона эштә инек», — тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Наил Мәүләмбирҙе улы.

Ҡыҙҙары Наилә ата-әсәһенең юлын һайлап,  Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға ингән. Әле ул  Өфөлә хосписта бүлек мөдире. Кейәүҙәре Илназар ҙа медицина хеҙмәткәре, ул стоматолог булып эшләй. Улар өс бала тәрбиәләй. Улдары Таһир Өфө нефть-техник университетын тамамлап, баш ҡалала инженер булып эшләй. Ул да хәҙер өс бала атаһы.

Наил Мәүләмбирҙе улының фиҙаҡәр хеҙмәте юғары баһалана, ул Башҡортостан  Республикаһының атҡаҙанған табибы исеменә, Бөтә Союздың Ҡыҙыл тәре һәм ҡыҙыл ярым  йәмғиәтенең, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була.  Ғүмерен кешеләр һаулығына арнаған талантлы табип бына 42 йыл Гиппократ антына тоғро хеҙмәт итә. Ул – тормошҡа һәм эшенә етди ҡараусы төплө етәксе һәм белгес, миһырбанлы кеше. Эш урынында үҙен тыныс тота, коллегаларына һәм ауырыуҙарға ҡарата ихтирамлы, күп һөйләп, ваҡытты бушҡа үткәреүҙе үҙһенмәй. Шуның өсөн дә уға халыҡтың рәхмәте сикһеҙ.

Альбина Ҡоҙашева.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас