ЙӘМҒИӘТ
15 Август 2023, 08:14

Депутаттар СВО яугиры менән осрашты

Хәйбулла районы  муниципаль районы Советының 39-сы ултырышы ғәҙәти булманы был юлы

Депутаттар СВО яугиры менән осраштыДепутаттар СВО яугиры менән осрашты
Депутаттар СВО яугиры менән осрашты

Хәйбулла районы  муниципаль районы Советының 39-сы ултырышы ғәҙәти булманы был юлы. Сөнки  уның эшендә  район Советы депутаты, бөгөнгө көндә махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән Тимур Рәмов ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Хәйбулла районы советы рәйесе Тимур Дәүләткилде улы былтыр  доброволец булып Салауат Юлаев исемендәге батальон составында  махсус операция зонаһына юлланды. Әлбиттә, яҡташыбыҙ был ҡыйыу аҙымы менән күптәргә өлгө булып торҙо. Бөгөнгө көндә Тимур Рәмовтың ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыһы тамамланыуға яҡынайҙы. Әммә ул  муниципаль район Советының сираттағы ултырышында ҡатнашырға форсат тапты. Яугирға  район Советы рәйесе Юлай Сиражетдинов  иҫтәлекле лә, СВО зонаһында кәрәкле лә бүләк тапшырҙы. Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов бөтә хәйбуллалар исеменән биргән Рәхмәт хаты һәм яугирҙарға һәр ваҡыт кәрәк булған  бензин бысҡысы ла яҡташыбыҙға һәм уның хәрби дуҫтарына шәп бүләк булды.

--Беҙ район етәкселеге һәм хәйбуллаларҙың ярҙамын яҡшы тоябыҙ. Һеҙҙән даими килгән гуманитар ярҙам яугирҙарға ҡыуаныс һәм көс бирә. Тағы ла СВО-ла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеүегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальонында төрлө милләт егеттәре хеҙмәт итә. Барыбыҙ ҙа татыу һәм Еңеүгә ышансыбыҙ ҙур. Беҙ һынатмаҫбыҙ,--тине Тимур Дәүләткилде улы.

Артабан депутаттар үҙ эшен дауам итте. Көн тәртибендә торған 2023 йылға Хәйбулла районы муниципаль районының социаль-иҡтисади үҫешен раҫлау һәм муниципаль райондың муниципаль милкен хосусилаштырыу программаһына үҙгәрештәр индереү буйынса   муниципаль район хакимиәте башлығының  иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Наил Байғусҡаров сығыш яһаны.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас