

Бүребай ауылының яңы урамдарының береһендә йәшәй Ишкилдиндар. Матур ерҙә урынлашҡан йорттары. Бер нисә аҙым атланыңмы –әскелт әрем еҫе аңҡыған сал дала ҡосағына сумғандай булаһың. Ҡош-ҡорт тоторға ла, иркенләп йөрөп килергә лә, саф һауа һуларға ла бик ҡулай. Ә өр-яңы күтәренке йорт тирәләй үҫкән сәскәләр күҙҙе ҡамаштыра, баҡсала йәш үҫентеләр емеш бирә, умарталыҡта бал ҡорттары гөжләй. Йәштәрҙең ҡорған донъяһы күркәм, бәрәкәтле, ә үҙҙәре алсаҡ һәм ҡунаҡсыл.
Сәскәләй ике ҡыҙҙары менән ҡапҡа алдына уҡ килеп ҡаршы алды Илдар һәм Розалия. Әйҙүкләп йортҡа саҡырған йәштәр менән күптән бер-беребеҙҙе белгән кеүек әңгәмә башланыҡ. Ҡайҙа осрашып, нисек таныштығыҙ, тигән һорауға ҡыҙыҡлы яуап алдым. Баҡтиһәң, Розалия менән Илдарҙың ата-әсәләре дуҫтар булып, ғаиләләр менән аралашҡан икән. Шуға күрә, улар ҙа бәләкәйҙән бергә уйнап-үҫеп, баштағы дуҫлыҡ ептәре йәштәр араһында мөхәббәткә әүерелә.
--Мин Аҡнаҙар ауылы ҡыҙымын. Әлеге ваҡытта атайым шунда йәшәй, үкенескә ҡаршы, әсәйем фани донъяла юҡ. Ҡайным да сығышы менән Аҡнаҙарҙыҡы. Шуғалыр, икебеҙҙең дә атай-әсәйҙәр ҡатышып йәшәне. Яңғыҙ йәшәгән атайым янына йыш ҡайтырға тырышабыҙ, ә ҡайным менән бейемем үҙҙәре ҡош-ҡорт тотоп, баҡса үҫтереп, шаулатып донъя көтәләр,--тине Розалия Мәүлетдин ҡыҙы.
Розалия Аҡнаҙарҙа башланғыс белем алһа, Ғәлиәхмәт мәктәп-интернатында 9-сы класты тамамлағас, Өфө педагогия колледжына уҡырға инә. Дипломлы йәш белгес Таштуғай ауылына эшкә ҡайта. Тағы ла ике йылдан Бүребай ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына урынлашып, бына инде 20 йыл бәләкәстәрҙең яратҡан тәрбиәсеһе. Ә техника яратҡан Илдар Әхмәтдин улы водитель һөнәрен үҙләштерә, бөгөнгө көндә Бүребай тау комбинатында руда ташыу техникаһында водитель булып эшләй.
Илдар һәм Розалия 2007 йылда ғаилә ҡоралар. Бөгөнгө көндә бәхетле ғаиләлә Зөлхизә һәм Зөлфиә исемле матур ҡыҙар үҫә. Өлкәне быйыл Бңребай мәктәбенең 9-сы, ә кесеһе 2-се класҡа бара. Зөлхизә бейеүсе ҡыҙыҡай, Бүребай музыка мәктәбенең бейеү ансамбле составында бөтә мәҙәни сараларҙа ҡатнашалар, Медногорск, Сибай ҡалаларында ңткән бәйгеләрҙә сығыш яһағандар. Зөлхизә мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, төрлө олимпиадаларҙа белемен һынап ҡарай, киләсәктә педагог булырға ниәтләй. Кескәй Зөлфиә лә ижади яҡтан һәләтле ҡыҙ, йырларға ярата. Быйыл әсәһе менән 8 март байрамына арналған “Әсәләр һәм ҡыҙҙар” конкурсында беренсе урын яулағандар. Әйткәндәй, был ғаиләлә балаларҙың башҡорт телендә һөйләшеүенә иғтибар иттем, тимәк бында туған тел, милли рух тәрбиәһе лә асыҡ сағыла.
Дауамын "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 32-се һанында уҡығыҙ.