ЙӘМҒИӘТ
14 Август 2023, 05:05

Татыу йәшәүгә ни етә!

Бүребай ауылында ғүмер итеүсе Рәфҡәт һәм Минира Сәитбаталовтар ихтирамлы ғаиләләрҙең береһе. 

Татыу йәшәүгә ни етә!Татыу йәшәүгә ни етә!
Татыу йәшәүгә ни етә!

Ғаилә башлығы Рәфҡәт Йәүҙәт улы 35 йылдан ашыу Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Уның намыҫлы хеҙмәтен Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимовтың, Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт министрлығының Почет грамоталары иҫбатлай. “Почетлы таусы” тигән маҡтаулы исемде лә йөрөтә.

  • Тормош иптәшем шул тиклем эшенә яуаплы ҡараны. Шуға күрә лә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте юғары баһаланғандыр, - ти Минира апай.
  • Минира Сәлихйән ҡыҙы үҙ ғүмерен сауҙа өлкәһенә арнаған.  Төрлө урындарҙа  һатыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Намыҫлы хеҙмәте, юғары производство күрһәткестәре өсөн  Маҡтау грамоталарына лайыҡ булған. Шуны әйтергә кәрәк, Минира апай килен булып төшкәндән алып, бейеме Мәстүрә Шәрифулла ҡыҙы менән 29 йыл бергә татыу йәшәп, уға хөрмәт күрһәтеп, олоғайған көнөндә хәстәрләп, тәрбиәләп, фатихаһын алып, һуңғы юлға оҙата.

  • Минира Сәлихйән ҡыҙы хаҡлы ялда донъя мәшәҡәтенә күмелеп өйҙә генә ултырмай, ауылдағы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзаһы булып тора, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Район күләмендә үткәрелгән “Селтәр” күргәҙмә, мөнәжәтселәр бәйгеләрендә ҡатнашып, диплом менән бүләкләнгән.

  • Сәитбаталовтар бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп  үҫтереп, юғары белем алырға ярҙам итеп оло тормош юлына сығарған. Улдары Ришат  Бүребайҙа, ҡыҙҙары Айгөл Сибай ҡалаһында ғаиләләре менән йәшәй. Өс ейәнсәр ҡартатай менән өләсәһенең ҡыуанысы.

    Әүҙем, уңған ғаилә 2019 йылда “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында ҡатнашып,  “Ғаилә – традициялар һаҡлаусы” номинацияһында  диплом менән бүләкләнгән.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас