

Баймаҡ район хакимиәте менән берлектә хәрби комиссариат күсмә мобиль пункты булдырҙы.
Бында контракт хеҙмәте менән ҡыҙыҡһынған граждандар хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү шарттары, кәрәкле документтар йыйыу, түләүҙәр һәм социаль гарантиялар тураһында мәғлүмәт ала ала.
--Беҙҙең бурыс–контрактниктарға йүнәлеш биреү, кәрәкле документтар менән ярҙам итеү. “Башҡорт аты” фестивале барышында дүрт кеше хеҙмәт итергә теләк белдерҙе,-тине Баймаҡ районы хәрби комиссары ярҙамсыһы Артур Кәримов.