

Иләс ауылында йәшәүсе Мирғәле Ҡормәнғәле улы Асҡаров туҡһан йәшен билдәләй! Әле лә төҫ ташламаған, егеттәрсә тура баҫып йөрөгән олатайға ҡарап туҡһан йәш биреүе ауыр.
Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән Мирғәле Ҡормәнғәле улы хеҙмәт менән сынығып үҫкән быуын вәкиле. Ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен ауыл хужалығы тармағында һарыҡ ҡараусы булып эшләүгә бағышлай ул. Бынан биш йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән тормош юлдашы менән дүрт балаға ғүмер биреп, лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтерә улар. Уларҙың барыһы ла тормошта үҙ урынын тапҡан хөрмәтле кешеләр.
Бөгөнгө көндә юбиляр улы Ғаяз һәм килене Нажиә тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. "Йортобоҙҙоң йәме лә, терәге лә"- ти улар аталары хаҡында. Туҡһан йәшлек юбилейын олатай яҡындары әйләнәһендә ҡорбан салып, күркәм табын артында ҡаршыланы. Изге теләктәрҙән, рәхмәт һүҙҙәренән өҙөлмәне олатай. Бәхетле ҡартлыҡ тигәндәре моғайын, ошолор - кәрәкле һәм хөрмәтле булып, үҙ аңыңда, үҙ аяҡтарыңда бер быуатлыҡ тиерлек ғүмергә аяҡ баҫыу..