

“Аҡсарлаҡ” йәйге эшен тамамланы.
Йәйге каникул осоро – уйындар һәм күңел асыуҙар, сәләмәтлекте нығытыу осоро. Балаларҙың ялын күңелле һәм фәһемле итеү өсөн лагерҙар, мәктәп яны майҙансыҡтары гөрләне, балаларҙың шат тауыштарынан өҙөлмәне. Йәйге каникул артта ҡала бара, ә алда яңы уҡыу йылы. "Аҡсарлаҡ" лагеры йәйге эшен уңышлы тамамланы.
Йәйге каникулдарҙа рәхәтләнеп ял итеп, көс-дәрт йыйып, мәктәпкә ашыҡҡан һәр уҡыусыға уңышлы уҡыу йылы насип булһын.
Тулы вариант "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 33-сө һанында баҫылып сыға