ЙӘМҒИӘТ
10 Август 2023, 10:00

Туй,туй, туй тәҙрәңде асып ҡуй...

Күркәм йортона  ҡапҡаларын шар асып ҡуйған уңған хужабикә  Сәүиә Абдуллина ошо көндәрҙә килен төшөрөп алды

Туй,туй, туй тәҙрәңде асып ҡуй...Туй,туй, туй тәҙрәңде асып ҡуй...
Туй,туй, туй тәҙрәңде асып ҡуй...

Туй,туй, туй тәҙерәңде асып ҡуй, йырҙағыса тәҙерәһен генә түгел, күркәм йортона килен төшөрөргә ҡапҡаларын шар асып ҡуйған, уңған хужабикә Абдуллина Сәүиә Зөфәр ҡыҙы ошо көндәрҙә килен төшөрөп алды.

Яңы тормош юлына аяҡ баҫҡан ауылыбыҙ егете Урал һәм Яңы Украинка ауылы һылыуы Юлиә киленде ғүмерҙәренең иҫтәлекле көндәре менән ҡотлап, теләк теләргә, уларҙың өгөт-нәсихәттәрен йәштәр тыңлап ҡына ҡалмаһындар, донъя көкәндә кәрәге тейеп, күңелдәренә һалып ҡуйһындар тигән изге ниәт менән ағинәйҙәр килеп етте.


Донъялар имен тороп,ҡорған донъяғыҙ ныҡлы, бәрәкәтле, үҙегеҙ бәхетле, мөхәббәтле булыуығыҙҙы теләйбеҙ Урал һам Юлиә!

СК Сагитово

 

Автор:
Читайте нас