

Бөгөн иртән Иглин районының Аҡбирҙе ауылында булған был хәл. Ҡартатаһы менән өләсәһендә ял иткән сабыйҙар гаражда уйнап йөрөгән. Ҡайһылыр мәлдә өлкәне "Toyota RAV4" автомобилен ҡабыҙған һәм ҡуҙғалып киткән. Юлында торған 2 йәшлек ҡустыһын стенаға ҡуша ҡыҫҡан.
Сабыйҙың башы һәм күкрәк ситлеге ҡыҫылған. Әлеге ваҡытта Республика балалар клиник дауаханаһы табиптары малайҙың ғүмере өсөн көрәшә. Уның хәле бик ауыр.