

Ауылдарҙың киләсәге тырыш ғаиләләр ҡулында. Тыуған ерен ташлап китмәй, унда төпләнеп, тырышып донъя көткән ғаиләләр һоҡланыу тойғоһо уята. Садовый ауылында йәшәүсе Нурғәлиндар ҙа барыһына ла өлгө булып тора.
Вәлит ауылы егете Айҙар Әғзәм улы һәм Аҡъяр ауылы һылыуы Зилә Вәлиулла ҡыҙы бына инде 37 йыл татыу ғүмер кисерә.
-Өйләнешкәс, Садовый ауылына йәшәргә килдек, сөнки тормош иптәшем бында РТП-ла эшләй ине. Ул саҡта мин Аҡъярҙа һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәре инем. Декрет ялынан һуң, мин дә РТП-ға эшкә урынлаштым. Был ойошма бөткәнсе эшләнек,- тип әңгәмәне башланы Зилә Вәлиулла ҡыҙы.
Әле ғаилә башлығы “Башзолото” йәмғиәтендә тау мастеры булып эшләһә, хужабикә иһә Аҡъяр ауылында “Теплосеть” ойошмаһында намыҫлы хеҙмәт итеп быйыл хаҡлы ялға сыҡҡан. Нурғәлиндар бер ул һәм ҡыҙға ғүмер биргән. Әле ҡыҙҙары Айгөл ғаиләһе менән Сибай ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдары Азат яҡты донъяларҙа юҡ инде.
Бер-береһен бер ҡараштан аңлаған был матур пар яҙмыш ҡуйған һынауҙарға бирешмәй, ҡыҙы һәм кейәүенә, ейән-ейәнсәренә терәк-таяныс, тирә-йүндәгеләргә өлгө булып, яҡшы тормошҡа ынтылып йәшәй.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 31-се һанында.