

Мобилизацияланған яҡташыбыҙ, Дүртөйлө районы егете Артур Хәсәновтың атаһы баҡыйлыҡҡа күскән. "Ҡәҙерле атайым, ауыр тупрағың еңел булһын... Мин һине мәңге онотмам", – тип яҙған ул стористарында.
"Атайым менән әсәйем хаҡлы ялда инде. Әсәйем – логопед-уҡытыусы. Атайым ғүмер буйына Себер яҡтарында эшләне. Ағайым менән мин генә сәнғәт юлынан киттек", – тип һөйләгәйне ул бер интервьюһында.
Артурҙың һәм уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар