

Белеүегеҙсә, 1 июлдән 31 августҡа тиклем 13-сө йыл рәттән “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” республика хәйриә акцияһы ойошторола.
Маҡсаты: ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә һәм балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам ҡулы һуҙыу. Канцелярия тауарҙары һәм башҡа мәктәп кәрәк-яраҡтарын Хәйбулла районы Ғаилә хеҙмәтенә тапшырырға кәрәк. Улар август аҙағында сәләмәтлеге сикләнгән балаларға, ишле йәки тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән йәиһә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға тапшырыласаҡ.
Хәйбулла мәғлүмәт үҙәге (редакция) коллективы ла шәфҡәтлелек акцияһына һәр йылдағыса әүҙем ҡушылды.