ЙӘМҒИӘТ
26 Июль 2023, 16:07

Башҡортостан юлдаш телеканалында алып барыусыларға кастинг башланды

   

Башҡортостан юлдаш телеканалында алып барыусыларға кастинг башландыБашҡортостан юлдаш телеканалында алып барыусыларға кастинг башланды
Башҡортостан юлдаш телеканалында алып барыусыларға кастинг башланды

Республиканың төп телеканалында алып барыусыларға кастинг башлана. Унда 22 йәштән 50 йәшкә тиклем һәр кем ҡатнаша ала, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына каналдың матбуғат хеҙмәтенән.

Кастингта ҡатнашыу өсөн 2023 йылдың 4 авгусына ҡәҙәр bash.news сайтындағы анкетаны тултырып ебәрергә кәрәк. Һайлап алыу турын үткәндән һуң, Башҡортостандың төп телеканалына кастингҡа саҡыралар. Рус йәки башҡорт телдәрендәге анкеталар ҡарала.

Кастингта ҡатнашыусыларҙың сығышын баһалауҙың төп критерийҙары — алып барыусы сифатында эшләү оҫталығы, телмәр мәҙәниәте, тышҡы ҡиәфәт, таныш булмаған текст менән эшләү оҫталығы. Ҡатнашыусы анкетаһын һылтанма буйынса тултырырға мөмкин. 

Фото:Олег Яровиков

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас