

Вәзәм ауылында ойошторолған "Һаҡмар балыҡсыһы" байгеһе ҡыҙыу булды.
Әйе, Һаҡмар йылғаһы йомарт! Балығын балыҡсыларға йәлләмәне. Балыҡсылар ҙа арыуыҡ йыйылды. Хатта балыҡ ҡармаҡларға ғаиләләре менән килделәр. Мөхәмәтов Рәфҡәт ҡатыны Баныу һәм ейәндәре Алмас менән Азамат, Мусин Рәмил һәм Минһылыу ейәне Данияр; Кәримова Гөлнара ейәндаре Айназ һәм Илгизәр, улы Илнур менән; Күскилдин Ғәзим, Мөнирә улдары Дим һәм ейәне Солтан; Сурин Мөхтәр улдары Иҙел һәм Илназ, ейәне Ильяс менән. Шулай уҡ Ижад Күскилдин, Салауат Сирбаев һылыуы Ильзидә Килдебаева, Илсур Хунафин ике туған ҡустылары Исмәғил, Ильяс, Илназар менән. Барыһы менән бергә көс һынашырға Сурин Ислам ағай, Сурин Флорид, Ҡужагилдин Фәнзил, йәш балыҡсы Күскилдин Данир ҙа килде.
Тәмле балыҡ һурпаһы бешереп, самауыр сәйе менан һыйлаусы Кәримова Гөлнара, Сурина Райхана, Мөхәмәтова Баныу, Күскилдина Мөнирә апайҙарға ҙур рәхмәт. Бүләктәр өсөн Әбеш ауыл хакимиәте башлығы Т.М. Юнысов, балаларға тәмле приздар алыусы бағымсы Күскилдина Мөнирә һәм Гөлназ Суриналарға ҙур рәхмәт. Байрамға әйләнгән бәйге күңелле лә, файҙалы ла үтте.
Һаҡмар балыҡсыһы" еңеүселәре:
Иртәнге 7.00 -дан 11.00 сәғәткә тиклем барған ярыш ошондай һөҙөмтәләр бирҙе:
"Иң ҙур" һәм "Иң бәләкәй" балыҡ" тотоусы-- Күскилдин Ижад ( бер балыҡ - 480 гр);
"Иң күп ауырлыҡттағы балыҡ ҡармаҡлаусы"-- Әбделмәнов Фаяз (2, 850кг);
"Иң күп балыҡ ҡармаҡлаусы”-- Күскилдин Дим (26 шт).
Балалар араһында "Иң ҙур балыҡ” --Хунафин Илсур һәм Сурин Алмаста. (150 гр);
"Иң бәләкәй балыҡ" --Хунафин Илназарҙа булһа,
"Иң күп балыҡ"-- Хунафин Ильяста булды (22 шт).;
"Иң күп ауырлыҡта балыҡ" -- Заманов Азаматта (900 гр).
Ярыштан һуң Һаҡмар балыҡсылары тәмле итеп бешкән уха ашап, самауыр сәйен дә эстеләр. Тәбиғәт ҡосағындағы ризыҡтар бигерәк тәмле була шул!