

Зифа Зиннәтулла ҡыҙы һәм Флүр Мөхәмәҙи улының 40 йыллыҡ никахы тоғролоҡ һәм мөхәббәт менән һуғарылған. Хеҙмәт ветерандарының уҡытыусылар династияһы районда яҡшы билдәле, тип хәбәр итә “Хайбуллинский вестник”.
Вәхитовтар династияһының дөйөм хеҙмәт стажы 900 йылға яҡын тәшкил итә. Флүр Мөхәмәҙи улының педагогик хеҙмәт стажы 39 йылға етһә, Зифа Зиннәт ҡыҙы мәғариф өлкәһендә 45 йыл эшләгән. Уларҙың икеһе лә “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” исемен йөрөтә. Аҡъярҙағы 2-се мәктәптә инглиз теленән 43 йыл белем биргән Зифа Зиннәтулла ҡыҙы “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” конкурсында еңеүсе булды.
Вәхитовтарҙың ҡыҙы Альбина Аҡмулла исемендәге Башҡортостан дәүләт педагогия университетын тамамлап, 10 йыл инде 2-се Аҡъяр урта мәктәбендә инглиз теленән белем бирә. Наҙгөлдәре шулай уҡ уҡытыусы, филология факультетын тамамлаған.
Хеҙмәт ветерандары ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, балаларына алты ейәнсәрен тәрбиәләшергә ярҙам итә.
“Тормошта һөйөнөстәрҙе лә, көйөнөстәрҙе лә уртаҡлашып, бер-береңә ярҙамлашып йәшәргә кәрәк”, – тип иҫәпләй Зифа һәм Флүр Вәхитовтар. Уларҙың хеҙмәткә, ғаилә тормошона, балаларға мөнәсәбәте – яҡташтары өсөн яҡшы өлгө.
Светлана Сахно фотоһы.