

2023 йылдың 6 июненән Ирекмәндәр үҙәктәре ассоциацияһы "Күңелдәре йәш" Бөтә Рәсәй грант конкурсын үткәрә. Заявка кампанияһы 2023 йылдың 24 июленә тиклем дауам итә.
Конкурс оло йәштәге граждандарҙың социаль проекттарына ярҙам итеүгә (55 йәштән алып) һәм Рәсәй төбәктәрендә өлкәндәр менән эшләүсе Йәмәғәт үҙәктәрен асыуға йүнәлтелгән.
Конкурс Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, "Быуындар хәтере" хәйриә фонды, "Милли өҫтөнлөктәр" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы һәм Финанс ғилемен үҫтереү ассоциацияһы ярҙамында "Күңелдәре йәш" федераль программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
2022 йылда конкурста "көмөш" ирекмәнлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән 19 ойошма һәм 70 проект еңеүсе булды. Конкурс ике йүнәлеш буйына үткәрелә: "Изгелек. “Күңелдәре йәш” һәм "Социаль проекттар" үҙәктәре, конкурста коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа, физик берәмектәр ҙә ҡатнаша ала. Дөйөм гранттар фонды 40 миллион һум тәшкил итә.
Конкурс еңеүселәре Бөтә Рәсәй "көмөш" ирекмәндәр форумы сиктәрендә 2023 йылдың 1-2 октябрендә иғлан ителә.
Фото: "Башинформ".