

Ауылыбыҙҙың күркәм ғаиләләренең береһе, Динар һәм Фәнилә Ҡәйеповтар ошо арала кесе улдарына килен төшөрҙө.
Ағинәйҙәр ойошмаһының әүҙем ағзаһы булған ҡәйнә йола буйынса киленде ап-аҡ мендәргә баҫтырып изге теләктәрен теләп, бал һәм май ҡаптырып ҡаршы алды.Ҡапҡа тышына уҡ сығып баҫҡан туғандар, инде нисә йыл рәттән ауылыбыҙға оҙатылып килгән киленде ҡаршы алырға йөрөгән ағинәйҙәр килен менән күрешеп, йәштәргә матур теләктәрен еткереп, киленде ҡайны йортона оҙатты.
Ҡоҙалар ҙа ситтә ҡалманы, сәләмләп, шаян таҡмаҡтары менән бейетеп әйҙүкләп ҡаршы алдылар.
Унан инде бикәсе еңгәһенә тәүге һыу юлын күрһәтеп ауылдың иҫтәлекле урыны булып торған элек "Ҡатындар ҡоҙоғо" тип йөтһәләр хәҙер инде "Ҡалтай ҡоҙоғо" исеме алған ҡоҙоҡҡа алып килде. "Киленкәйем һыуға бара" йыры менән ҡаршы алып, киленгә үҙҙәренең теләктарен теләп, нәсихәттәрен әйтеп, шишмәнән ризалыҡ һорап, килен күнәгенә һыу алып биргәс, килендең тәүге эшенә доға ҡылып, үҙ сиратында ҡоҙағый ҙа ҡыҙының тәү башлап килгән юлына ризалар итеп бүләген таратып сыҡты. Ике яҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға ла изге теләктәрен еткереп, йыр бейеү менән оҙатып ҡалдылар ағинәйҙәр. Бынан бер нисә йыл элек, килешәме, килешмәйме төрлө сүрәткә инеп кейенеп алып, ҡыланышып һыуға барыуҙы оноттороп, тыйнаҡ ҡына йырлап ,бейеп, йәш киленде күреп ҡалырға ҡапҡа тышына сығып баҫҡан ауылдаштарға, бала-сағаларға бүләк таратып барып ҡайтыуҙы матур бер күренеш итеп ойоштора алдылар ауылдаштары, килгән ҡунаҡтар алдында ағинәйҙәр килендең тәүге һыу юлын.
Ауылдашыбыҙ Айрат һәм Аҡъяр һылыуы Әйзирә! Ҡорған ғаиләгеҙ ныҡлы, бәхетегеҙ тулы булыуын теләп ҡалабыҙ!