ЙӘМҒИӘТ
18 Июль 2023, 11:54

Ҡотҡарыусылар йылға төбөндә тарихи артефакт тапҡан

   

Ҡотҡарыусылар йылға төбөндә тарихи артефакт тапҡанҠотҡарыусылар йылға төбөндә тарихи артефакт тапҡан
Ҡотҡарыусылар йылға төбөндә тарихи артефакт тапҡан

Өфө ҡотҡарыусылары Ағиҙел йылғаһында тарихи артефакт тапҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һыу төбөнән сығарылған ауыр түңәрәк таш — урта быуаттарға ҡараған тирмән.

«Эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре тарихи табылдыҡты Башҡортостандың Милли музейына тапшырырға йыйына, — тип хәбәр иттеләр ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән, шулай уҡ ҡотҡарыусыларҙың ваҡыты-ваҡыты менән баш ҡала музейҙарын экспонаттар менән тулыландырыуы тураһында иҫкә төшөрҙөләр. Мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһында улар бер быуатлыҡ якорь, мамонт һәм бизон һөйәктәрен, ә Ҡариҙелдә 8 мең йыл элек йәшәгән йөнтәҫ мөгөҙморондоң баш һөйәген тапҡайны.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас