

Фестивалгә Ҡаҙағстан, Төркиә, Әзербайжан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән ҡунаҡтар килергә теләк белдергән. Сара барышында “Ҡымыҙфест” байрамы, “Ылаҡ” һәм “Тайтулаҡ” милли ярыштары, “Оҫталар ҡаласығы” кәсепселәр майҙаны эшләй. Ат парады була. Унда төрлө райондарҙан 350-нән ашыу һыбайлы йәлеп ителә.