

Байрам сараһы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында башланды. Ул дәһшәтле йылдарҙа Воздвиженканан 70 ир-уҙаман фронтҡа китеп, уларҙың 20-һе генә еңеү менән әйләнеп ҡайта.
Бөгөн Воздвиженкала ике урамда 80 ихата иҫәпләнә, унда 220-нән ашыу кеше йәшәй. Ауыл шуныһы менән үҙенсәлекле, бында башҡорт, рус, украин, сыуаш, мордва, мари халыҡтары берләшеп, дуҫлыҡта-татыулыҡта йәшәй.
Вера Горшенина, Воздвиженка клубы хеҙмәткәре:
--Байрамға әҙерлек әүҙем барҙы. Ауыл халҡы өмәләргә сыҡты, зыяратты тәртипкә килтерҙек, клуб, балалар майҙансығы төҙөкләндерелде. Фермер Сергей Лоскутов бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтте. Байрамға үҙ ауылына, ырыу тамырҙарына битараф булмағандар, үҙ традицияларын, сығыштарын онотмаған ситтә йәшәгәндәр ҙә ҡайтты.
Газета "Хайбуллинский вестник"