ЙӘМҒИӘТ
17 Июль 2023, 11:23

Бәхил бул, Бүребай батыры!

Хәйбуллалар яугир Константин Кулагинды һуңғы юлға оҙатты

Бәхил бул, Бүребай батыры!Бәхил бул, Бүребай батыры!
Бәхил бул, Бүребай батыры!

Бүребай ауылынан Константин Николаевич  махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булды. Ил һаҡсыһын хәйбуллалар тәрән хөрмәт менән һуңғы юлға оҙатты.

Константин Кулагин Бүребай ауылында 11-с класты тамамлағас, хәрби хеҙмәткә алына. Әрменән ҡайтҡас, Сибай политехник колледжына уҡырға инә. Артабан 2007 йылдан алып, 15 йылдан ашыу шахтер-проходчик булып эшләй.

Уҡытыусылары, туғандары һәм дуҫтары уның кеше менән аралашыусан, һәр эше өсөн яуап тота белгән, Ватаны өсөн көйгән илһөйәр булыуын билдәләне.

 Геройҙың яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас