ЙӘМҒИӘТ
14 Июль 2023, 05:39

Ир-егеттәрсә ҡыйыу ҡарар

Бер төркөм хәйбуллалар үҙ ирке менән хәрби бурысын үтәргә юлланды

Ир-егеттәрсә ҡыйыу ҡарарИр-егеттәрсә ҡыйыу ҡарар
Ир-егеттәрсә ҡыйыу ҡарар

Сираттағы бер төркөм Хәйбулла ир-егеттәре үҙ ирке менән  хәрби бурысын үтәргә юлланды.

Улар Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтәсәк. Әлбиттә,  тәүҙә хәрби күнекмәләр үткәндән һуң ғына  улар махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыла.

--Илебеҙ өсөн ошондай ауыр ваҡытта ситтә ҡалмай, ир-егеттәрсә ҡыйыу ҡарар ҡабул иттегеҙ. Тылда һеҙгә ярҙам итеү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Һеҙгә рух ныҡлығы теләйем,  имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ,--тип доброволецтарға мөрәжәғәт итте муниципаль район хакимиәте  башлығы Рөстәм Шәрипов.

Администрация Хайбуллинского района

 

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас