

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов:
--Хөрмәтле Аҡъяр халҡы! Был эҫе көндәрҙә һыу баҫымының насар булыуы йәки бөтөнләй һыу булмау проблемаһы ҡалҡып сыҡты. Бөгөн район үҙәген һыу менән тәьмин иткән насостар көсөргәнешле эшләй, сәғәтенә 155 м3 һыу бирелә. Был йәйге осорҙа ғына күҙәтелә, башҡа ваҡытта Аҡъяр өсөн 25 м3 етә. Һыу етмәүе баҡса яны участкаларын һуғарыу һәм ихаталағы бассейндарға һыу тултырыу менән бәйле.
Был мәсьәләне хәл итеү өсөн Аҡъярҙа насос станцияһын төҙөү эше тамамлана. Был ете яңы скважина, 1000м3 өҫтөмә резервуар һәм фильтрлау системаһы. Был инде һыу менән тулы кимәлдә тәьмин итеүгә булышлыҡ итә. Бөгөн белгестәр автоматиканы көйләү эшен алып бара. Ике аҙна дауамында Аҡъярҙы һыу менән тьәмин итеү системаһына тоташтырыла. Аҙыраҡ ҡына сабыр итергә кәрәк.
**
Руслан Абдуллин, “АкваСервис” предпрпятиеһы директоры:
--Халыҡ араһында быуала ике насос яныу сәбәпле, ул һыу етмәүгә йоғонто яһаған, тигән һүҙ йөрөй. Был дөрөҫ мәғлүмәт түгел. Беренсе күтәрелештәге бөтә биш насос та эшләй. 9 июлдә бер скважинала ҡыҫҡа замыкание булды, әммә ул тиҙ арала яйға һалынды. Бер насос та янманы. Насостар сафтан сыҡҡан осраҡта ла, улар 3-4 сәғәт эсендә алмаштырыла.
Эсәр һыу менән ҡулланыусыларға шуны әйтер инем, Аҡъярҙа абоненттар үҫеше айына яҡынса 10-15 физик һәм 1-2 юридик шәхес тәшкил итә (үҙаллы һыу трассаһына тоташыусылар ҙа етерлек). Һөҙөмтәлә һыу менән ҡулланыу күләме лә арта. Яңы насос станцияларын сафҡа индереү хәлде тотороҡландырырға тейеш. Һуңғы көндәрҙә халыҡтың һыуҙы ҡулланыуы ныҡ үҫте, беҙ уның күләмен алты тапҡырға арттырырға мәжбүр булдыҡ. Әммә ауылдың ҡайһы бер участкаларына һыу етмәй. Эсәр һыу даими килгән абоненттарҙан уны ҡулланыуҙы кәметеүҙәрен, бөгөн актуаль булған бассейндарҙы тултырмай тороуҙарын, баҡсаға һыу ҡойоуҙы сикләүҙәрен һорайым. Аҡъярҙа һыу булмауын барыбыҙ ҙа беләбеҙ, шуға күрә башҡаларҙы ла аңлаһағыҙ ине.
Фото социальные сети