ЙӘМҒИӘТ
7 Июль 2023, 05:27

Сиҙәм ауылынан Аслаевтарҙы күптәр белә

Ринат Абрар улының бейеүсе тигән даны бар, ә йорт хужабикәһе Ғәзимә Рәжәп ҡыҙы тыныс, бик мөләйем, уңған хужабикә.

Сиҙәм ауылынан Аслаевтарҙы күптәр беләСиҙәм ауылынан Аслаевтарҙы күптәр белә
Сиҙәм ауылынан Аслаевтарҙы күптәр белә

Сиҙәм ауылынан Аслаевтарҙы күптәр белә. Ринат Абрар улының бейеүсе тигән даны бар, ә йорт хужабикәһе Ғәзимә Рәжәп ҡыҙы тыныс, бик мөләйем, уңған хужабикә. Татыу ғаилә  Ринат ағайҙың үҙ ҡулдары менән төҙөгән иркен йортта йәшәй, ишле мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Ошо бәрәкәтле нигеҙҙә  алты бала ҡанат нығытҡан, әле бында йәйге каникул осоронда ҡартатай һәм ҡартәсәй янына ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәрҙең шатлыҡлы ауаздары яңғырай.

Аслаевтарҙың ғаилә тарихына 1979 йылда нигеҙ һалына. Бынан 44 йыл элек яҙмыш еле уларҙы осраштыра. Сиҙәм ауылы егете Ринат Аслаев Бәләбәйҙә киномеханик һөнәрен алғас, Яңы Ергән ауылына эшкә килә.

--Ул саҡта Аҡъярҙан ауылға  кино ташый торғайныҡ. Күберәк рейс автобусында йөрөнөм. Ҡыш көнө ине. Туҡталышта  матур бер ҡыҙҙың ҙур сумкалар менән тороуын күреп, ярҙам иттем һәм кискеһен киноға саҡырҙым. Шулай итеп танышып киттек. Таңатар ауылы ҡыҙы Ғәзимә Яңы Ергәндә КБО-ла һатыусы булып эшләп, ул да Аҡъярға тауар алырға килгән булып сыҡты. Бер йыл дуҫлашып йөрөп, өйләнештек. Төрлөһөн кисерҙек. Тәүҙәрәк Яңы Ергән ауылында “землянка”ла,  аҙаҡ Сиҙәмдә  биш бала менән ике ҡатлы йортта йәшәнек. Шунан, ғаилә ишәйгәс,  үҙ ҡулым менән йорт төҙөргә ҡарар иттем,--тип һүҙ башланы Ринат Абрар улы.

Ринат Аслаевты оҫта бейеүсе итеп беләбеҙ. Әле уның төрлө йылдарҙа  бейеү бәйгеләрендә алған бихисап  Почет грамоталарын барлап, ошо турала әңгәмә башланыҡ.

--4-се класта уҡығанда өлкән ағайым Әнүәр бейергә өйрәтте. Ул үҙе лә бейене, гармунда, ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнаны. Һәр хәрәкәтте ныҡышып өйрәтте. Унан инде үҙемә лә оҡшай ине. Шунан башланып китте минең  профессиональ карьерам—бихисап бейеү конкурстарында күп тапҡыр  номинант, финалист, еңеүсе булдым. Минең бейеү шөғөлөм балаларымда ла сағылыш тапты. Илнур улым оҫта бейей, йырлай.  Бәләкәй улым Иҙел дә бейеүгә һәләтле булды, хәҙер инде минең сәнғәткә һөйөүем ейән-ейәнсәрҙәр араһында асыҡ тойола,--тине ул.

Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 27-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас