ЙӘМҒИӘТ
6 Июль 2023, 10:51

Күңел йылыһын һалып эшләйҙәр

Хәйбулла районында Ғаилә хеҙмәте белгестәре Яңы Ергән ауылында маскировкалау селтәрҙәрен үреү, ҡоро душ ҡаптарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен уҙғарҙы. 

Күңел йылыһын һалып эшләйҙәрКүңел йылыһын һалып эшләйҙәр
Күңел йылыһын һалып эшләйҙәр

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға район халҡы, ойошмалары хәлдән килгәнсе ярҙам итергә тырыша. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда яугирҙар даими рәүештә гуманитар йөк ебәргән хәйбуллаларға һәр ваҡыт оло рәхмәттәрен белдерә. Шул иҫәптән яҡташтарыбыҙ хәрби операция биләмәһендә маскировкалау селтәрҙәре кәрәклеген айырым билдәләп үтәләр, сөнки уның ярҙамында саҡрымдарға һуҙылған окоптар, блиндаждар, техникалар, ҡорамалдар ғына түгел, ә иң мөһиме – кеше ғүмерҙәре ҡурсалана.

Райондың күп кенә ауылдары халҡы ошо изге ғәмәлгә ҡушылып, махсус туҡыманан селтәр үреп,  ҡулдан килгән тиклем ярҙам итә.  Бының тураһында Хәйбулла районында Ғаилә хеҙмәтенең белгесе Филүзә Ишемғолова тулыраҡ мәғлүмәт менән уртаҡлашты. Миҫал өсөн, Атингән, Ғәлиәхмәт, Иләс, Йәнтеш, Татыр-Үҙәк, Федоровкала йәшәүселәр икешәр, Быҙаулыҡ, Иҫәнгилде, Маҡан, Һамар, Әбеш, Яңы Ергән ауылдары халҡы берешәр селтәр үреп яугирҙарға оҙатҡан да инде. Бүребайҙар менән аҡъярҙар ҙа ҙур әүҙемлек күрһәткән. Бүребай мәҙәниәт йортонда 4, китапханаһында һәм мәктәбендә берешәр селтәр әҙерләгәндәр. Аҡъяр ауылында Ғаилә хеҙмәтендә 6-ны үрһә, тағы бер селтәрҙе Газ хеҙмәте ойошмаһы тапшырған. Әлеге ваҡытта Ивановка, Вәлит һәм Комсомол ауылдары ла был эшкә тотонған.

Маскировкалау селтәрен үреү эше туҡтамай, унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Ирекмәндәребеҙ көн һайын үҙҙәренең кескәй, әммә яугирҙарыбыҙ өсөн алғы сафта бик кәрәкле батырлыҡ күрһәтә. Әлеге ваҡытта ирекмәндәр Аҡъяр ауылы, М.Гәрәев урамы, 40-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан Ғаилә хеҙмәтендә, шулай уҡ Бүребай, Ивановка, Вәлит һәм башҡа ауылдары клубтарында селтәр үреү менән мәшғүл. Изге эшегеҙ яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлауҙа, еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтыуға оло ярҙам булһын!

 

Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 26-сы һанында уҡығыҙ.

Күңел йылыһын һалып эшләйҙәр
Күңел йылыһын һалып эшләйҙәр
Күңел йылыһын һалып эшләйҙәр
Күңел йылыһын һалып эшләйҙәр
Күңел йылыһын һалып эшләйҙәр
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас