

1980 йылда Ивановка урта мәктәбенең 10-сы "б" класын тамамлаусылар осрашыуға йыйылды.
Кисәге ҡыҙҙар һәм егеттәр йәнә бергә, хәтирәләре менән уртаҡлаша. Осрашыу шатлығы хис-тойғоларҙы тултыра. Һәм, әлбиттә, ҡәҙерле уҡытыусыларын айырыуса ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алалар.
Элекке сығарылыш уҡыусылары бөгөн илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәй. Кемдер ауылда ҡалды, кемдер ҡалала, кемдер илдең төньяғында вахталарҙа эшләй. Әммә, өй мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, улар ни тиклем алыҫ йәшәһәләр ҙә, ваҡыт табып, йәшлек менән осрашырға киләләр.
Класта Аҡташ, Пугачево, Яңы Петровка, Михайловка, Ивановка ауылдарынан бөтәһе 33 уҡыусы белем алған. Осрашыуға хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ Раиса Петровна Тяпкина, Факил Сәхиулла улы Торомтаев саҡырылды.
Тантаналы өлөштән һуң аралашыуҙы тәбиғәттең хозур ҡосағында, Һаҡмар йылғаһы буйында дауам итеп, унда бергә ял итеп, һыу инеп, көс-дәрт алдыҡ.
Осрашыу юғары кимәлдә үтте, тәьҫораттар онотолмаҫлыҡ булды. Әйтерһең дә, беҙ йәш саҡта бер аҙға ғына ҡайтып киттек. Һәм бындай йылы осрашыуҙар һәр ваҡыт булһын.
Автор:Фаил Бикбов, осрашыуҙы ойоштороусы.