ЙӘМҒИӘТ
5 Июль 2023, 10:24

Донъялағы иң ҙур урама - Башҡортостанда

/

Донъялағы иң ҙур урама - БашҡортостандаДонъялағы иң ҙур урама - Башҡортостанда
Донъялағы иң ҙур урама - Башҡортостанда
 

Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә уҙған Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында Ғафури районының аш-һыу оҫталары донъялағы иң ҙур урама бешергән. Был турала муниципалитет хакимиәтенә һылтанма менән Республикаға идара итеү үҙәгендә һөйләнеләр.

Башҡортостан флагы төҫөндәге милли ризыҡтың бейеклеге - 3,2 метр, ә ауырлығы - 250 килограмдан ашыуыраҡ.

«Беҙ быны эшләнек! Ғафуриҙар донъя рекорды ҡуйҙы! Республиканың кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы рәйесе Наталья Чибрикина әйтеүенсә, уны рәсми рәүештә теркәйҙәр», — тип яҙҙы социаль селтәрҙә Ғафури районы башлығы Фәнзил Сыңғыҙов.
 
Фото:Фәнзил Сыңғыҙовтың социаль селтәрҙәре
 
 
Автор:
Читайте нас