

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы “Йәмәғәт тормошо үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә “Атайҙар ҡаһарманлығы-2023” конкурсына заявкалар ҡабул итә. Халыҡтың һорауы буйынса ҡабул итеү ваҡыты 1 авгусҡа тиклем оҙайтылды.
Башҡортостанда кәм тигәндә биш йыл йәшәгән, Рәсәй гражданлығына эйә булған, балалар тәрбиәләгән атайҙар йәиһә уллыҡҡа алған (опека һәм попечителлеккә алған) ирҙәр конкурста ҡатнаша ала. Былтыр “Атайҙар ҡаһарманлығы” билдәһен республиканың иң яҡшы тип табылған 38 атай алды. Конкурста дәррәү ҡатнашырға саҡырабыҙ!
Фото:республика Йәмәғәт палатаһы.