

Айҙар Сәйфулла Аҡъяр ауылында тыуып үҫкән, бөгөн ул Ҡоҙабаевтар нәҫеленең иң оло вәкиле, аҡһаҡалы. Атаһы милиционер булып эшләй, әсәһе мәктәптә балаларҙы уҡыта. Уның бала сағы Бөйөк Ватан һуғышының ауыр йылдарына тура килә. Һуғыш башланғанда уға ни бары 8 йәш була, атаһы шул уҡ йылда фронтҡа китә һәм әйләнеп ҡайтмай.
–Әсәйемә дүрт баланы яңғыҙы үҫтереүе ауыр булды, шунлыҡтан беҙ эшләү һәм ғаиләне нисек тә булһа ашатыу өсөн Бүребай ауылына күстек, – тип хәтерләй ветеран.–Бер йыл беҙ сит кешеләрҙең ағас соланында, һуңынан ер өйөндә (землянкала) йәшәнек, шунда һалам тултырылған тоҡтарҙа ерҙә йоҡланыҡ. Салбар һәм күлдәктәрҙе киндер тоҡтарҙан тегәләр, аяҡ кейеме һәм йылы кейем булмағас, шуға күрә мәктәпкә һыуыҡтар башланғанға тиклем генә йөрөнөк, ә ҡышҡыһын өйҙә аслыҡтан һәм һыуыҡтан яфаланып ултырҙыҡ…
Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 27-се һанында уҡығыҙ.