ЙӘМҒИӘТ
1 Июль 2023, 15:19

Түңгәүерҙәр ҡоро

Баймаҡ ерендә түңгәүер ырыуының бишенсе йыйыны уҙҙы.   

Түңгәүерҙәр ҡороТүңгәүерҙәр ҡоро
Түңгәүерҙәр ҡоро

Ике көн дауамында барған сара бай программалы булды. Беренсе көндә Әбделкәрим, Янғаҙы ауылдары һәм Сибай ҡалаһы халҡы ырыуҙаштарын ҡабул итһә, төштән һуң сара Баймаҡ ҡалаһында фәнни-ғәмәли конференция менән дауам итте. Бөгөн иһә Баймаҡ районының Граф күле буйында Түңгәүерҙәрҙең Һабантуйы үтте. Төрлө милли уйындар, көрәш һәм спорт уйындары ойошторолдо. Ә байрам концертында Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Бөрйән, райондарының һәм Сибай ҡалаһының үҙешмәкәр коллективтары сығыш яһаны. Хәйбуллалар шулай уҡ башҡорт халҡының милли асылын сағылдырған тирмә ҡорҙо, Сиҙәм, Маҡан ауылдары биләмәләренең уңғандары тарафынан сағыу күргәҙмә әҙерләнде. Һаҡмар- Наҙарғол ауылының данлыҡлы ҡорот оҫталары тирәләй кеше өҙөлмәне. Тирә- яҡты өйрәнеү музейы әҙерләгән күргәҙмә иһә Түңгәүер ырыуының Хәйбулла ерлегендә тыуып үҫкән билдәле шәхестәре хаҡында бәйән итте.

Түңгәүерҙәр штандарты Хәйбулла районына күсте. Тимәк, алтынсы йыйын киләһе йылда беҙҙең районда уҙасаҡ!

 

Сығанаҡ һәм фотолар: район хакимиәте

Автор:
Читайте нас